Ҡарбуз (йомшаҡ ере) – бер килограмм;
Ванилин.
Ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм төштәрен алып ташлайбыҙ. Шәкәр өҫтәп, ике-өс сәғәткә ситкә алып тороғоҙ.
Аҙаҡ һутын ҡойоп алырға һәм унан сироп ҡайнатырға. Ҡарбузға әҙер сиропты өҫтәп, тағы ҡайнатырға.
Уттан алабыҙ ҙа 8-10 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Бынан һуң йәнә ҡайнатабыҙ һәм тағы өс-биш сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Шунан һуң ғына ванилин, лимон һуты өҫтәп, өс-биш минут ҡайнатырға. Әҙер ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм тимер ҡапҡас ябабыҙ.
Ул 3ыш көнө йомарт йәйҙең бер мөғжизәһендәй хуш еҫтәре менән табынығыҙҙы йәмләр!