1 литрлы банка өсөн 2 кг ваҡ ҡыяр, укроп орлоғо ҡыяғы, түңәрәкләп туралған 5 киҫәк крән, 5-әр ҡара ҡарағат һәм сейә япрағы, 7 борсаҡлы борос, 3 ҡалаҡ тоҙ кәрәк.
Яҡшылап йыуылған банкалар төбөнә эҫе һыуҙа бешкеләп алынған укроп ҡыяғын, крән тамырын, сейә һәм ҡарағат япраҡтарын һалабыҙ.
Ҡыярҙарҙы йыуып, остарын ҡырҡабыҙ. Өҫтөнә ярты минутҡа ғына ҡайнар һыу ҡойоп, түгәбеҙ ҙә, ярты сәғәт тирәһе һыуыҡ һыуҙа ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ банкаларға тығыҙлап тултырырға.
1,5 һалҡын шишмә һыуына тоҙ һалып, ирегәнсе болғатабыҙ. Был һыуҙы ҡыяр өҫтөнә ҡойоп (банкалар бер бармаҡ иле тулмай ҡалырға тейеш), борсаҡлы боросто төшөрөргә. Банкаларҙы ҡапҡас менән ҡаплап, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Артабан уларҙы һалҡын баҙҙа һаҡларға кәрәк. Баҙ булмаһа һыуытҡыста торһон.
Был ысул менән тоҙлағанда тимер ҡапҡасы бороп япмалы банкалар ҡулланыу мөһим - һауа сығырлыҡ булмаһын.