Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
17 Июль 2023, 10:32

Минераль һыуҙа

тоҙланған ҡыяр.

Минераль һыуҙа
Минераль һыуҙа


✳Ингредиенттар:
✴ 1 килограмм ҙур булмаған ҡыярҙар
✴газлы минераль һыу - литр
✴тоҙ - 2 аш ҡалағы
✴һарымһаҡ - өс бүлем
✴ укроп

✳Әҙерләү:
✴Ҙур ғына һауыт төбөнә йыуылған укроптың яртыһын һалабыҙ. Унан шулай уҡ йыуылған ҡыярҙың ике яҡ осон ҡырҡып, һауытҡа тығыҙ итеп тултырабыҙ ( Үҙегеҙ теләгәнсә ҡырҡып һалырға мөмкин).
✳Өҫтөнә ҡалған укропты һәм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалабыҙ.
✴Айырым һауытта газлы минераль һыуҙа тоҙҙо иҙеп алабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡыярға ҡоябыҙ, өҫтөн тулыһынса ҡаплағандай итеп.
✳Ҡыярлы һауытты һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ул 12-14 сәғәт эсендә әҙер була.

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_50543

Минераль һыуҙа
Минераль һыуҙа
Автор:
Читайте нас: