Был тәмлекәсте эшләү өсөн беҙгә өс аш ҡалағы желатин (әгәр уны ҡулланғығыҙ килмәһә, агар-агар тип аталған тәбиғи ҡатнашма алығыҙ), бер стакан һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр, сама менән ванилин, баҡса йәки ер еләге (ҡарағат, банан, киви ҙа мөмкин) кәрәк.
Тәүҙә желатинды йәки агар-агарҙы һыу менән йомшартырға ҡуйығыҙ. Тулыһынса иҙелгәнсе болғай-болғай утта тотоп алығыҙ, тик ҡайнау хәленә еткермәгеҙ. Ҡаймаҡҡа шәкәр, ванилин ҡушып болғайбыҙ. Ҡаймаҡлы массаны аҙ-аҙлап ҡына желатин өҫтөнә ҡойоғоҙ, яҡшылап болғағыҙ.
Үҙегеҙгә оҡшаған формаға емештәрҙе теҙеп һалғас, өҫтөнә әлеге желелы массаны ҡойоғоҙ. Бер нисә сәғәт һалҡын урында йәки һыуытҡыста тоторға кәрәк.
Ял көнөнөң табыны йәмле булһын!
Фото: vk.com/im?sel=98886334&