Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
12 Июль 2023, 12:20

Лимонад

Эҫе көндө лимонад эшләп эсәйҽк әлҽ.

Лимонад
Лимонад

✳Ингредиенттар:
10 литр (!) һыу
4 әфлисун
1 лимон һәм шәкәр
✳Әҙҽрләү:
✅Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ.
✅Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк.
✅1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иҙеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була.
✳Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингридиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ.

Лимонад
Лимонад
Автор:
Читайте нас: