Бөтә яңылыҡтар

Боланут сәйен нисек эшләргә?

Дуҫтар, боланут сәйе эшләп ҡуйҙығыҙмы әле? 

Боланут сәйен нисек эшләргә?
Боланут сәйен нисек эшләргә?

Ул тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Мин үҙем отпуск ваҡытында йыл һайын әсәйем өйрәткәнсә эшләйем. Оҡшаһа, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ. АВТОР фотоһы.

  1. Болануттың япраҡтарын һыпырып, пакетҡа йыябыҙ. Йыйған боланут япраҡтарын бер тәүлек пакетта тотабыҙ.
  2. Бер тәүлек үткәс, япраҡтарын ит турағыстан үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны бер һауытҡа   һалып, ныҡ итеп баҫып, өҫтөн ҡаплап, бер тәүлеккә ултыртып ҡуябыҙ.

  3. Унан һуң һауыттағы боланут сәйебеҙҙе киптерергә һалабыҙ. Ошолай һүрәттәге кеүек кибә. Сәйегеҙ тәмле булһын!

АВТОР фотоһы.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
 
Боланут сәйен нисек эшләргә?
Боланут сәйен нисек эшләргә?
Автор:
Читайте нас: