Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
24 Ғинуар 2023, 15:24

Петуния сәсеү серҙәре

Тиҙҙән Петуния сәсер мәл дә етә. 

Петуния сәсеү серҙәре
Петуния сәсеү серҙәре

Тиҙҙән Петуния сәсер мәл дә етә. 13, 14, 17, 19, 20, 21, 23, 24, 25, 26 февраль - петуния сәсеү өсөн уңайлы көндәр.

Бер тәүлек алдан тупраҡты яҡшылап дымландырырға кәрәк. Был осракта орлоҡтарҙы тигеҙ итеп һалыу мөмкин буласаҡ. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан ҡоро ҡом менән бутау ҙа хәйерле. Һыуҙы – пульверизаторҙан бөркөргә кәрәк. Иң яҡшыһы – тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто сәсеп сығыу. Һуңынан пакет йәки быяла менән ҡаплап, йылы, яҡты урынға ҡуялар. Орлоҡтар тигеҙ шытып сыҡһын өсөн +23-26 градус йылылыҡ кәрәк. Петуния майҙа сәскә ата башлаһын өсөн уны февраль башында сәсәләр. Үҫентегә 12-14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк, өҫтәмә яҡтыртмайса үҫтереп булмай. Ике аҙна һайын төрлө ашламалар менән туҡландырып тороу талап ителә. Үҫкәндә азотлы ашламаны үҙ итә, сәскәгә бөрөләнгәс, фосфор һәм калийға, тимергә мохтаж. 2 -3 япрағы күренгәс, айырым һауыттарға күсереп ултыртырға кәңәш ителә. Улай эшләргә теләмәһәгеҙ, үрсетмә сәскән ваҡытта уҡ орлоҡто айырым стакандарға сәсегеҙ.

Фото: ogorod.mirtesen.ru

Автор:Дилара Арсаева
https://henek.info/articles/%2B%2B%2B-/2023-01-17/petuniya-s-se-ser-re-3108048?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399987
Петуния сәсеү серҙәре
Петуния сәсеү серҙәре
Автор:
Читайте нас: