Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
30 Декабрь 2022, 12:01

«Яңы йыл» салаты

Тулыраҡ:

«Яңы йыл» салаты
«Яңы йыл» салаты

300 г тауыҡ ите, 5 йомортҡа, 150 г ҡара емеш, 100 г әстрхан сәтләүеге, 100 г сыр, майонез, тоҙ тәменә ҡарап.
Тауыҡ итен бешереп алабыҙ, һыуытабыҙ, ваҡ итеп турайбыҙ. Йомортҡаның ағын-һарыһын айырып, ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сәтләүекте блендер менән иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Тәрилкә төбөнә тауыҡ итен теҙеп һалып, тоҙлап, майонез менән һылап ҡуябыҙ. Уның өҫтөнә йомортҡа һарыһын, уның өҫтөнә ҡара емеш, сыр, сәтләүек, йомортҡа ағын ҡатлап һалабыҙ. Һәр ҡатты йоҡа ғына итеп майонез менән һылайбыҙ. Сәғәт телдәрен бешкән кишерҙе ҡырҡып яһайбыҙ.

Читайте нас: