+20 °С
Болотло
Бының өсөн бер килограмм помидор, ете-һигеҙ тырнаҡ һарымһаҡ, ике-өс эре кишер, әнис, петрушка, лавр япрағы, шәкәр, тоҙ, туғыҙ процентлы һеркә кәрәк.
Әҙерләү:
Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә киҫәбеҙ. Кишерҙе, һарымһаҡты, йәшеллекте ҡырҡабыҙ. Бер литрлы банкаға йәшелсәләрҙе тултырабыҙ. Уға бер аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр, лавр япрағы һалып өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп 30-40 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан уны кәстрүлгә ҡойоп, һеркә өҫтәп ҡайнатабыҙ ҙа, кире һалып банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
Бер тәүлеккә йылыға төрөп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: wums.ru