+20 °С
Болотло
Скумбрияның башын, ҡойроғон киҫеп, эсен таҙалап һәйбәтләп йыуабыҙ. Дүрт балыҡҡа тоҙлоҡ яһайбыҙ. Бының өсөн бер литр һыуға өс аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, ике өймәләм аш ҡалағы һуған ҡабығы, ике аш ҡалағы ҡоро сәй кәрәк.
Әҙерләү: булған ингредиенттарҙы ҡушып ҡайнатабыҙ. Һыуығас, балыҡтың өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа өс көнгә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Өс көндән ризығыбыҙ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: attuale.ru