Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
4 Сентябрь 2022, 10:00

“Лайфхак”тар –

йәш хужабикәгә ярҙамсы

“Лайфхак”тар –
“Лайфхак”тар –

- Теге йәки был ризыҡты әҙерләгәндә бер нисә тамсы ғына лимон һуты кәрәгә. Бының өсөн тотош лимонды киҫеп торорға түгел, ә энә менән тишеп кенә һығырға.

- Ит бешергәндә йыш ҡына артыҡ һурпа ҡала. Аптырамағыҙ, уны боҙ туңдырғыс һауытҡа һалып һаҡларға мөмкин. Кәрәк саҡта алаһың да, берәй аш-һыуға өҫтәйһең.

- Ризыҡ турағыс таҡта ҡайһы берҙә шыуғалаҡ була. Уның аҫтына еүеш сепрәк һалһағыҙ, был проблеманы оноторһоғоҙ.

- Тәмләткестәрҙең хуш еҫе нығыраҡ сыҡһын өсөн уларҙы турарҙан  алда бер минуттай табала ҡыҙҙырып алырға кәрәк. 

- Кәтлиттәр бер иш булһын өсөн уларҙы ябай стакан менән формалаштырырға мөмкин.

- Тоҡсай эсендә тоҡсайҙарығыҙ ятамы? Былай итһәң еңелерәк була: пакеттарҙы уңайлы итеп бәләкәй ҡумтаға урынлаштырығыҙ, кәрәк саҡта тартаһың да сығараһың.

- Шешәләге берәй эсемлекте тиҙ генә һыуытырға уйлаһағыҙ, уны еүеш сепрәккә төрөп, туңдырғысҡа һалығыҙ. Биш минут һәм һеҙҙең ҡулда – һалҡын эсемлек!

- Ҡоймаҡ ҡойоу өсөн массаны кәстрүлдә түгел, ә шешәлә әҙерләүе еңелерәк. Бөтә ингредиентты һалаһығыҙ ҙа, һелкетәһегеҙ. Табаға ҡойор өсөн дә айырым ҡалаҡ кәрәкмәй.

- Һарымһаҡты таҙартыу өсөн банка ҡулланығыҙ. Һалаһығыҙ ҙа, һелкетәһегеҙ.

- Боҙ урынына – туңдырылған емеш-еләк. Эҫе көндә берәүҙәр эсемлеккә боҙ һалып эсергә ярата. Ә боҙ һыуға әйләнеп, йыш ҡына уның тәмен боҙа. Боҙ кубиктары емештән эшләнһә, әйтәйек, һутығыҙ тағы ла тәмләнәсәк кенә.

- Аш һеркәһе (уксус) беҙгә төрлө саҡта ярҙам итә. Уның ярҙамында һыу торбаларын таҙартырға (бер стакан һеркәне раковинаға ҡойоп ағыҙырға ла, 30 минуттан йыуҙырырға), дөгөнө таралып тороу­сан итергә (ҡайнап сыҡҡас, бер балғалаҡ һеркә өҫтәргә), лаклы аяҡ кейемен ялтыратырға, һауалағы насар еҫте бөтөрөргә (һеркә һалынған һауытты бүлмәгә бер нисә сәғәткә ултыртып ҡуйырға) мөмкин.


А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-09-03/layfhak-tar-y-sh-huzhabik-g-yar-amsy-2926682

“Лайфхак”тар –
“Лайфхак”тар –
Автор:
Читайте нас: