Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
3 Сентябрь 2022, 09:00

Йәшелсәнән телеңде йоторлоҡ ашамлыҡтар әҙерләгеҙ

Кәбеҫтә япрағына төрөлгән ҡыяр

Йәшелсәнән телеңде йоторлоҡ ашамлыҡтар әҙерләгеҙ
Йәшелсәнән телеңде йоторлоҡ ашамлыҡтар әҙерләгеҙ


Ҡыяр, кәбеҫтә, әнис, керән, һарымһаҡ, ҡарағат япрағы, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе кәрәк.
өс литрлыҡ банкаға керән, ҡарағат япрағы, әнис, ике-өс бүлкәт һарымһаҡ һалырға. Ҡыярҙың остарын ҡырҡып, кәбеҫтә япрағына төрөп, тәмләткестәр өҫтөнә теҙергә. ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минутҡа ҡалдырырға.
Һыуынғас, һыуын ағыҙып, тоҙлоҡ эшләргә. Өс литрлыҡ банкаға 1,5 ҡалаҡ тоҙ, ике ҡалаҡ шәкәр кәрәк.
Артабан банкаға аш һеркәһе, тоҙлоҡ ҡойоп, 15 минут стерилләгәндән һуң тимер ҡапҡас  менән ябырға.

Кишер япрағы менән маринадланған помидор

3 – 4 кишер япрағы, ҙур булмаған итләс помидорҙар кәрәк.
Тоҙлоҡ  өсөн 1 литр һыуға              4 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 75 мл аш һеркәһе  алына.
Стерилләнгән банкаға 3 – 4 кишер япрағы һалып, помидор тултырырға. Ҡайнар һыу ҡойоп,  һыуынғансы көтөргә. Һыу һыуынғас та, түгеп, тоҙлоҡто ҡойорға. Стерилләнгән тимер ҡапҡас  менән ябырға.

Баклажан икраһы

1 кг помидор, 0,5 кг һуған, 200 г кишер, 0,5 кг татлы борос, 5 – 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, петрушка, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе  кәрәк.
Баклажандың әсеһе бөтһөн өсөн түңәрәкләп турап, бер сәғәт тоҙло һыуҙа тотоғоҙ. Помидорҙарҙың өҫ­төнә эҫе һыу ҡойоп, ҡабығын һыҙырығыҙ.
Айырым табала баклажанды,  ҡырғыстан үткәрелгән кишер ме­нән туралған һуғанды, татлы борос­то ҡыҙҙырығыҙ. Һуңынан туралған помидорҙы, ҡыҙҙырылған йәшел­сәләрҙе блендер ярҙамында  иҙегеҙ ҙә, тоҙ, көнбағыш майы, петрушка һалып, 40 минутҡа бешерергә ҡуйығыҙ. Бешеп сығыр алдынан аш һеркәһе һалығыҙ.

Солянка

500 г кәбеҫтә, 200 г ҡыяр, 200 г һуған, 1 татлы борос, 700 мл томат һуты (томат пастаһынан әҙерләйһең), 2  ҡалаҡ шәкәр,             1 ҡалаҡ тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы, 10 бөртөк ҡара борос, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе  алына.
Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, һуғанды шаҡмаҡлап турап, ҡалын төплө кәстрүлдә йәки ҡаҙанда көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Уның өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған кәбеҫтә, ҡыяр, татлы  борос, тоҙ, шәкәр, ҡара борос һалырға, томат һуты ҡойоп, 45 минут һүрән утта бешерергә. Уттан алыр алдынан аш һеркәһе өҫтәргә.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-08-31/y-shels-n-n-tele-de-yotorlo-ashamly-tar-erl-ge-2926703

Йәшелсәнән телеңде йоторлоҡ ашамлыҡтар әҙерләгеҙ
Йәшелсәнән телеңде йоторлоҡ ашамлыҡтар әҙерләгеҙ
Автор:
Читайте нас: