Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
21 Август 2022, 09:43

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Йыл һайын ошо рецепт буйынса компот әҙерләгән кешеләр уны бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай ти.

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!
Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Ниһайәт алма бешкән ваҡыт та етә. Рәхәтләнеп алма ашай, унан төрлө бәлештәр бешереү һәм ҡайнатмалар әҙерләү мәле. Ҡыш тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Бөгөн иғтибарығыҙға алманан тәмле компот тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар:

Өс литрлы банкаға 7-8 ҙур булмаған алма;

- бер әфлисун;

- ике телем лимон;

-300 грамм шәкәр.

Әҙерләү:

Банкаларҙы матур итеп йыуабыҙ. Алманы киҫәкләп теләбеҙ, урталығын алып ташлайбыҙ. Әфлисун менән лимондыды түңәрәкләп киҫәбеҙ.

Емештәрҙе банкаға тултырабыҙ, өҫтөнә ҡайнар һыу һалабыҙ һәм 20 минут тотабыҙ. Шунан һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойабыҙ ҙа, ҡайнатабыҙ. Банкаларға 300 грамм шәкәр өҫтәргә һәм ҡайнаған һыуҙы һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Йыл һайын ошо рецепт буйынса компот әҙерләгән кешеләр уны бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай ти.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-08-20/bynday-kompotty-esk-nege-yu-tyr-le-2916629
Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!
Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!
Автор:
Читайте нас: