Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
15 Август 2022, 15:00

Ҡышҡылыҡҡа бәшмәк тәме сыҡҡан ҡабаҡ әҙерләйек

Өфө ҡалаһында йәшәгән Зөлфирә Заһитова йыл да йәшелсә, емеш-еләкте ҡышҡылыҡҡа һаҡлау буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Бөгөн унан - ҡабаҡ маринадлау тәртибе.

Ҡышҡылыҡҡа бәшмәк тәме сыҡҡан ҡабаҡ әҙерләйек
Ҡышҡылыҡҡа бәшмәк тәме сыҡҡан ҡабаҡ әҙерләйек

"Вағыраҡ йәш ҡабаҡ - маринадлау өсөн иң яҡшыһы, - ти тәжрибәле баҡсасы, уңған ҡатын. - Өлгөргән йәшелсәне алған ваҡытта үҙәгендәге орлоҡтарынан һәм ҡабығынан таҙартырға кәрәк. Быйыл ҡабаҡ күп булманы, шулай ҙа ваҡ бер нисә банкаға тоҙлап ҡуйҙым. Уны ҡыш үҙен генә лә, картуф йә башҡа ризыҡ менән дә ҡулланырға була. Бик тәмле килеп сыға.

Өс килограмм ҡабаҡ өсөн

ике ҡалаҡ тоҙ
алты ҡалаҡ шәкәр
100-150 грамм көнбағыш майы
100-150 грамм аш һеркәһе
берәр тотам укроп, петрушка
бер балғалаҡ ҡара борос
ике баш һарымһаҡ кәрәк.

Ҡабаҡты йыуғас, ике яҡ осон ҡырҡып ташларға, ҡалғанын нисек һеҙгә уңайлы шул ҙурлыҡта турарға ла ҙур һауытҡа һалырға. Уға тәүҙә ваҡ итеп туралған укроп менән петрушка өҫтәргә. Икенсе сиратта ҡалған ингредиенттар - тоҙ, шәкәр, борос, уксус, май, ваҡланған һарымһаҡ ҡушып, яҡшылап бутарға ла бүлмә йылылығында 3-4 сәғәт ултыртып торорға. Был арауыҡта һуты бүленеп сыға, ҡабаҡты әленән-әле болғатып алырға кәрәк, шулай иткәндә ул яҡшы һутлана.

Ваҡыты еткәс, массаны стерилләнгән банкаларға тултырырға, бүленеп сыҡҡан һутын да өҫтәргә кәрәк. Ҙур һыулы кәстрүлдә стерилләнгән ҡапҡас менән ҡаплы һәр береһе 10-15 минут (ваҡыт ҡайнап сыҡҡандан һанала) ҡайнарға тейеш (стерилләнергә). Аҙаҡ банкаларҙы алып, нығытып бороп ябырға ла баштүбән ҡуйып, яҡшылап төрөп һыуытырға.

Бындай рәүешле маринадланған ҡабаҡтан бәшмәк тәме сығып тора".

Фото:lechovbanke.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-08-15/ysh-yly-a-b-shm-k-t-me-sy-an-aba-erl-yek-2909647
Ҡышҡылыҡҡа бәшмәк тәме сыҡҡан ҡабаҡ әҙерләйек
Ҡышҡылыҡҡа бәшмәк тәме сыҡҡан ҡабаҡ әҙерләйек
Автор:
Читайте нас: