Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
9 Август 2022, 14:44

Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?

Әлеге ваҡытта хужабикәләр,  кем уҙарҙан тигәндәй, ҡыяр тоҙлай. Аллаға шөкөр, улар ҙа быйыл ишелеп уңды. Кем нисек тоҙлай, билдәле, һәр кемдең үҙ рецебы бар. Бына мин  һеҙгә үҙемдекен тәҡдим итмәксемен. “Хрустящие огурцы как в магазине” тип атала ул. 5-6 йыл инде ошо тәртип менән генә әҙерләп, яҡындарымды ҡыуандырам.

Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?

Был рецепт элекке болгар “Глобус” компанияһыныҡы, эш өсөн сорты “Кураж”  тип аталған (шулай уҡ “Герман”, “Машка”  һ.б. ярай) ҡыҫҡа үҫә торған ҡыярҙар талап ителә.

0,7 литрлы банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы алдан йыуып ҡуябыҙ, стерилләмәйбеҙ. Бер банка төбөнә 1 аш ҡалағы уксус ҡоябыҙ (ул  Стәрлетамаҡ ҡалаһында етештерелгән спиртлы булһа, ныҡ отошло), 5 бөртөк ҡара борос, бер һарымһаҡ теше һәм бер укроп сәскәһе (“зонтик”)  һалабыҙ. Шунан һуң тығыҙлап ҡыярҙарҙы тултырабыҙ. Ғәҙәттә, бер ошондай банкаға 4-5 бәләкәй ҡыяр китә. Унан инде 1 сәй ҡалағы тоҙ, 3 сәй ҡалағы шәкәр өҫтәп, крандан ағып торған һап-һалҡын  һыу ҡоябыҙ. Тимер ҡапҡасын ябабыҙ ҙа, кәстрүлгә шулай уҡ һалҡын һыу ҡойоп, банкаларыбыҙҙы теҙәбеҙ. Утҡа ҡуябыҙ һәм ҡайнап сыҡҡас, 5 минут көтәбеҙ. Аҙаҡ банкаларҙы алып, өҫтөндәге ҡапҡасы менән ябырға кәрәк була. Аҫтын өҫкә әйләндереп йылылыҡ һаҡланһын өсөн одеял  менән томалап ҡуйырға.  Бына шулай бер ниндәй ауырлыҡһыҙ  рецепт. Уттан алғанда ҡыярҙар үҙ төҫөн һаҡлай әле, ә банкалар һыуынғас алһағыҙ, ҡыярҙар нәҡ магазиндағы шикелле буласаҡ. Горчица орлоғо йә кишер телемдәре һалып та ебәрергә була, банкалар матурыраҡ килеп сыға. Тағы ла ҡайнар һыуҙан алғас, банка төбөндә шәкәр менән тоҙ иреп бөтмәгән була, уға аптырарға кәрәкмәй, томалап тотҡанда улар тулыһынса иреп бөтә. Бер-ике көндән үк ҡыярҙарҙы тәмләп ҡарарға мөмкин. Ул бер ултырғанда уҡ ашалып бөтә, тоҙлоғо ла тиҙ арала эселә.

Әйткәндәй, ҙур банкаларға ла үлсәмдәрҙе арттырып тоҙлап була. Шул уҡ эффект була. Тик ваҡытты ғына арттырмайбыҙ. Ҡыярҙар бөршәйеп ҡалырға ла мөмкин, тик барыбер улар кетерҙәп торасаҡ.

Гөлнара Солтанова.

Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Кетерҙәп торған ҡыяр ашағығыҙ киләме?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: