Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
27 Июль 2022, 09:00

“Ҡупшы” салаты

Ысынында уның исеме – “Һепертке”. Тик бындай ҙа тәмле ризыҡты ниңәлер улай атарға тел барманы.

“Ҡупшы” салаты
“Ҡупшы” салаты

Файҙалы. Диетик. Тәбиғи.

Күсәнле кәбеҫтә – 300 г

Сөгөлдөр – 100 г

Кишер – 100 г

Таҙартылмаған үҫемлек майы – тәменсә

Лимон һуты – тәменсә

Алма – бер дана

Һарымһаҡ – бер тырнаҡ

Йәшел тәмләткес, тоҙ, ҡара борос – тәменсә

 

Кәбеҫтәне һаламлап турарға. Сөгөлдөр һәм кишерҙе ҡырғыста ҡырырға йәки оҙонсалап йоҡа ғына итеп турарға.

Уларҙы һауытҡа һалып, бутарға ла, бер аҙ ҡул менән иҙергә, һуты сыҡһын. Шунан үҫемлек майы менән лимон һуты ҡойоп, тағы бутарға. Ҡырылған алма, һарымһаҡ та ҡушып ебәрһәгеҙ, йәшел тәмләткес өҫтәһәгеҙ, витаминлы салат килеп сыға.

Тәмле булһын!

Пы. Сы. Ниңә "Һеперке"ме? Йәнәһе, ошо салатты ғына ашаһағыҙ, кәүҙәгеҙ ыҡсым итеп бәйләнгән һепертке кеүек буласаҡ))) Күҙ алдына килдеме?

Автор:Алһыу Ишемғолова

 

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-26/upshy-salaty-2886828

“Ҡупшы” салаты
“Ҡупшы” салаты
Автор:Йәшлек гәзите
Читайте нас: