Бөтә яңылыҡтар

Роллы эшләй беләһегеҙме?

Нәғретдин уңғандары ауыл клубында роллы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте

Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?

Был сит ил кухняһы ризығы әкренләп кенә табындарыбыҙҙан урын ала бара. Бигерәк тә балалар, йәш үҫмерҙәр һәм йәштәр был аҙыҡ менән кинәнергә ярата. Урындарҙа асыла барған ошо төргәкле ризыҡтарҙы әҙерләүсе кафеларҙың заказдары йылдам барыуы ла тап шул хаҡта һөйләй.  Ҡайһы берәүҙәр уны бөтөнләй үҙ итмәй, беҙҙең аш түгел, тип һанай. Шулай ҙа, ҡайһы бер оҫтабикәләр уны үҙҙәре яһауға әүәҫләнеп китте. Һис тә корея-япон ашнаҡсыларынан кәм түгел.

Клуб методисы Гөлүсә Дәүләтгәрәева роллы эшләү оҫталары Линария Әхмәҙишинаны (Вәхитова) һәм Зәйнәп Ғәлимйәнованы саҡырып, фойела оҫталыҡ дәресен үткәрер өсөн бар әҙерлек эштәрен үтәне. Дөгө ярмаһы, ыҫланған тауыҡ, ыҫланған һөмбаш (лосось) балығынан икра, сыр, соя соусы, маринадланған имбир, васаби кеүек ингридиенттар өҫтәлгә килеп ятты. Линария менән Зәйнәп ҡунаҡтарға нисек итеп роллы әҙерләү этаптарын аңлатып үтте. Дөгө ярмаһын тейешенсә бешереү кәрәк икән, уның сифатынан аҙыҡтың бар уңышы тора. Артабан уны дөрөҫ итеп махсус нориға һылайҙар. Тәү ҡарамаҡҡа емеш-еләктән яһалған ҡаҡты хәтерләткән нори – япондарҙың киптерелгән ылымыҡтарҙан эшләнгән йоҡа ғына ҡағыҙ, уны ашап та була. Хәҙер ирекле һатыуҙа ла бар. Шул нориға дөгө ярмаһын һөртөп сыҡҡандан һуң, кәрәкле ингредиенттарҙы һалып, яҡшы ғына итеп төрөргә кәрәк. Оҫталар Линария менән Зәйнәп ошо хаҡта һөйләп, бермә-бер килеп сыҡҡан аҙыҡтарҙы теҙеп тә сыҡты. Бындай эштә иң күңеллеһе – дегустация, тәмләп ҡарау! Оҫтаханаға килгән барлыҡ ҡунаҡтар уларҙы ашап ҡараны, һәм ризыҡты оҡшатыуҙарын белдерҙе. Тимәк, нәғретдиндәр тиҙҙән үҙҙәре япон деликатестарын өйҙәрендә генә әҙерләй башлаясаҡ.

Әйткәндәй, был сара һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына бағышланды. Сара барышында кемдер һөнәри белемен байытҡан икән, тимәк, ойоштороусылар маҡсаттарына иреште.

Гөлнара Солтанова.

Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Роллы эшләй беләһегеҙме?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: