Бөтә яңылыҡтар

Көҙ эре һарымһаҡ йыйып алам тиһәң...

Нимә эшләргә? Кәңәш - яҙмала.

Көҙ эре һарымһаҡ йыйып алам тиһәң...
Көҙ эре һарымһаҡ йыйып алам тиһәң...
Көҙ көнө эре һарымһаҡ йыйып алырға теләһәгеҙ, уның “уҡ"тарын (стрелка) ваҡытында өҙөп алырға кәрәк. Һарымһаҡты ҡасан йыйып алырға кәрәклеген белеү өсөн бер нисә уҡты һабаҡта ҡалдырһағыҙ ҙа була. Улар өлгөрөп, орлоҡланһа, һарымһаҡты ҡаҙып алырға ла мөмкин тигән һүҙ.
Өҙөп алған уҡтарҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа бик файҙалы тәмләткестәр әҙерләргә була. Ваҡ итеп турап, банкаға ныҡ итеп тултырып, шул көйө һыуытҡысҡа ултыртырға мөмкин. Ҡыш көнө уны рәхәтләнеп ҡулланаһың, ашҡа һалырға ла була. Ә бына унан эшләнгән пастаны барыһы ла ярата. Уны эшләү өсөн һарымһаҡ уҡтарын өлөштәргә турап, блендерҙа ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан массаға тәменә ҡарап бер аҙ тоҙ һәм ике-өс аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушырға кәрәк. Тик быларҙың барыһын да һалҡын урында йәки һыуытҡыста һаҡлау талап ителә.
Фото: evgcook.ru
Автор:Карима Усманова
Көҙ эре һарымһаҡ йыйып алам тиһәң...
Көҙ эре һарымһаҡ йыйып алам тиһәң...
Автор:
Читайте нас: