Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
31 Декабрь 2021, 10:00

Яңы йылға – шар формаһында тәмлекәс

Өҫтәлдә шар формаһында ризыҡтар булыуы яҡшы. Үҙеңде ресторанда һымаҡ хис итәһең.

Яңы йылға – шар формаһында тәмлекәс
Яңы йылға – шар формаһында тәмлекәс

Бының өсөн 250 грамм тауыҡ ите, 250 грамм ҡаты сыр, 50 грамм грек сәтләүеге, ике тырнаҡ һарымһаҡ кәрәк. Биҙәр өсөн йәшел тәмләткестәр, ҡара зәйтүн, 100 грамм майонез кәрәк.

Әҙерләү: тауыҡ итен бешереп, ваҡ итеп тупайбыҙ. Сыр менән һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Шунан тауыҡты, сыр менән һарымһаҡты, тәмләткестәрҙе майонез менән бергә һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Блендерҙа грек сәтләүеген ваҡлайбыҙ. Әҙер ҡатнашманан шарҙар яһап, сәтләүектә әүәләйбеҙ. Шарҙың өҫтөн зәйтүн һәм йәшел тәмләткестәрҙең һабы менән биҙәйбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: koolinar.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Яңы йылға – шар формаһында тәмлекәс
Яңы йылға – шар формаһында тәмлекәс
Автор:
Читайте нас: