Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
24 Декабрь 2021, 13:33

Табынға - "Ҡарлы батшабикә"

Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!

Табынға - "Ҡарлы батшабикә"
Табынға - "Ҡарлы батшабикә"

Байрам табынына тәмле, туҡлыҡлы, матур салат тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн 200 грамм ветчина, 250 грамм краб таяҡсалары, ике иретелгән сыр, бер баш һуған, алты йомортҡа, бер алма, 350 грамм майонез, 100 грамм арахис, тоҙ, борос кәрәк.

Маринад өсөн: бер сәй ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы һеркә.

Тәүҙә маринад әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турап һауытҡа һалабыҙ. Уға шәкәр, тоҙ, һыу, һеркә өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ.

Краб таяҡсаларын, ветчинаны шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Йомортҡаларҙы бешереп, ағын һарыһынан айырып ҡырабыҙ.

Артабан салатты ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсеһенә – ҡырылған сыр, майонез. Икенсе ҡат – йомортҡаның һарыһы. Өсөнсө - маринадланған һуған, Шунан - краб таяҡсалары. Алманы әрсеп, ҡырып, краб таяҡсаларының өҫтөнә һалабыҙ. Етенсе ҡат – ҡыҙҙырылған, блендер менән ваҡланған арахис. Шунан ҡырылған йомортҡаның ағын икегә бүлеп, береһенә майонез өҫтәп һалабыҙ. Икенсе яртыһын уның өҫтөнә һибәбеҙ. Салатты йәшеллек менән биҙәп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: vserecepti.info 

Автор:Рисаля Юмагулова
Табынға - "Ҡарлы батшабикә"
Табынға - "Ҡарлы батшабикә"
Автор:
Читайте нас: