Бының өсөн 120-150 грамм кефир йәки ряженка, 100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр, ике йомортҡа, 300 грамм он, ике аш ҡалағы бал, бер сәй ҡалағы сода, ике-өс алма, үҫемлек майы кәрәк.
Әҙерләү: тәүҙә йомортҡаны шәкәр, аҡ май менән бергә әүәләйбеҙ. Кефир ҡушып, сода өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп бутап, 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан шыйыҡ бал, иләнгән он һалабыҙ ҙа яҡшылап туғыйбыҙ. Алманы йыуып турап, ҡамыр ҡатнашмаһына ҡушабыҙ. Артабан форманы майлап, ҡамырҙы ҡойоп 180 градуста 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: ok.ru