Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
4 Ноябрь 2021, 12:30

Алма бәлеше

Табындарығыҙ мул булһын!

Алма бәлеше
Алма бәлеше

Бәлеште әҙерләү өсөн 300 грамм ҡаймаҡ, өс йомортҡа, 200 грамм шәкәр, 250 грамм он, ике алма, 100 грамм йөҙөм, 50 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер ҡап ванилин кәрәк.

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе ҡабарғансы туғыйбыҙ. Уға ҡаймаҡ, ирегән аҡ май, ванилин, он, йомшартҡыс ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Алмаларҙы йыуып, таҙартып турайбыҙ. Йөҙөмдө ебетеп киптерәбеҙ. Шунан форманы майлап, ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Уға алманы, йөҙөмдө йәйеп һалабыҙ ҙа ҡамырҙың икенсе өлөшөн ҡоябыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 20 минут бешерәбеҙ.

Артабан өҫтөнә һибергә ҡатнашма әҙерләйбеҙ.

20 грамм аҡ майға өс-дүрт аш ҡалағы он ҡушып, ҡул менән ыуабыҙ ҙа, өс аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Ошо ҡатнашманы бәлештең өҫтөнә һибеп, тағы ла 20 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ. Өҫтәлгә һыуынғас бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: kamelena.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Алма бәлеше
Алма бәлеше
Автор:
Читайте нас: