Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
2 Сентябрь 2021, 14:29

Тауыҡ итенән колбаса

Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! 

Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса

Тауыҡ итенән колбаса эшләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн өс тауыҡтың янбаш ите, бауыры (250 грамм), бер тауыҡтың түш ите, 10 грамм желатин, кипкән үләндәр, татлы паприка, әнис, һарымһаҡ, тоҙ, борос кәрәк.

Әҙерләү:

Тауыҡ иттәрен, бауырҙы ваҡлап турап, тәмләткестәр, желатин менән һәйбәтләп бутап, формаға һалабыҙ. Май өҫтәп, бер сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Шунан әҙер итте полиэтилен тоҡсайға һалып, колбаса формаһы алһын өсөн пластик шешәләргә ҡуябыҙ. Артабан итте биш-алты сәғәт һыуытҡыста тотабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: tabor.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса
Автор:
Читайте нас: