Рәсәй Оборона министрлығының үҙәк хәрби-диңгеҙ китапханаһы Өфөлә Арктика магистраленең 500 йыллыҡ юбилейына арналған «Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү тарихы» онлайн-күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Күргәҙмә 21-27 августа Башҡортостан Республикаһында «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы майҙансығында үтә. 15 стендта Себер, Чукотка, Камчатка һәм төньяҡ яр буйҙарын тикшереү, инглиздәрҙең һәм голландтарҙың тәүге экспедициялары, арктик һыуҙарҙа навигация буйынса практик ҡулланмалар һ. б. күрһәтелгән.
Экспозиция Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүҙең 500 йыллыҡ тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә - тәүге ынтылыштарҙан алып хәҙерге даими рейстарға тиклем.