Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль , 09:27

Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреп буласаҡ

Был нимәне аңлата?

Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреп буласаҡ
Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреп буласаҡ

Республика халҡы сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа ваҡытлыса йәшәгән урыны буйынса ла тауыш бирә аласаҡ. Бындай мөмкинлек менән 2024 йылдың 6, 7 йәки 8 сентябрендә теркәлеү урыны буйынса булмаған, әммә Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә йөрөгән граждандар файҙалана ала. Мәҫәлән, командировкала булғандар, икенсе ҡалала уҡығандар, дауаханаға ятырға ниәтләгәндәр, отпускыға киткәндәр, теркәлеү урыны буйынса йәшәмәгәндәр, аҙ хәрәкәт иткән һайлаусылар өсөн ҡулайлаштырылған тауыш биреү бинаһы булған икенсе һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәр.

Бының өсөн граждандың ваҡытлыса йәшәйәсәк урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә кәрәк. Уны өс юл менән башҡарырға мөмкин:

  • 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябренә тиклем – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына йәки Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәгенә шәхсән мөрәжәғәт итергә;
  • 2024 йылдың 28 авгусынан 2 сентябренә тиклем – республиканың теләһә ниндәй участка һайлау комиссияһына – шәхсән;
  • 2024 йылдың 22 июленән 2 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 24:00 сәғәткә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон рәүештә ғариза ебәрергә мөмкин.

Теләһә ниндәй территориаль һайлау комиссияһына, Күп функциялы үҙәккә, участка һайлау комиссияһына ғариза биргәндә Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын күрһәтергә кәрәк (паспортты алмаштырыу осоронда – фотоһүрәте булған ваҡытлыса шәхес танытмаһы).

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – ауыл һәм ҡасаба Советтарына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтарына төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ҡулланылмай.

Фото: ufimnivy.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреп буласаҡ
Һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” механизмы ярҙамында тауыш биреп буласаҡ
Автор:
Читайте нас: