Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 16:28

Милекселәрҙең ситтән тороп тауыш биреүен нисек ойошторорға?

Башҡортостан милекселәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланып, дөйөм йыйылышта ситтән тороп тауыш бирә ала. Быны нисек эшләргә – республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Ҡарар милекселәрҙең дөйөм йыйылышында ҡабул ителергә тейеш. Йыйылышта:
1. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын ситтән тороп тауыш биреү өсөн файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итәләр;
2. Администратор билдәләйҙәр;
3. Администраторҙан хәбәрҙәр ҡабул итеү тәртибен раҫлайҙар;
4. Тауыш биреү ваҡытын билдәләйҙәр.

Йыйылыш администраторы мәғлүмәт системаһында:
- алдағы йыйылыштар тураһында хәбәрҙәр һәм белдереүҙәр урынлаштыра;
- йыйылыш бланкыларын эшләй;
- системаға тауыш биреү һөҙөмтәләрен индерә.

Администратор йыйылыш булыр алдынан 10 көндән дә һуңға ҡалмайынса системала ситтән тороп тауыш биреү үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.

Атап үтелгән мәғлүмәт системаһында тауыш биреүҙе ике вариантта ойошторорға мөмкин:
1. Система ярҙамында тауыш биреү;
2. Администраторға яҙма ҡарарҙар тапшырыу, һуңынан ул мәғлүмәтте системаға индерә.

Йыйылыш тамамланғандан һуң бер сәғәт эсендә ҡарарҙар автоматик рәүештә протокол итеп формалаштырыла һәм системала урынлаштырыла.

Нимә ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы — беҙҙең күрһәтелгән яҙмала уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: