Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль , 13:05

Башҡортостанда 122-2 телефоны аша табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС кәрәк буласаҡ

2024 йылдың 14 февраленән Башҡортостанда медицина бәйләнеш үҙәге СНИЛС һорай башлаясаҡ.

Үҙгәреш 122-2 һандары буйынса табипҡа яҙылғанда тауыш буйынса шылтыратыусыны асыҡлау маҡсатында берҙәм төбәк хеҙмәтенә кәрәк. Был белгестәргә яҙылғанда хаталар булдырмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостандың 122 берҙәм бәйләнеш үҙәгенең 2-се роботлаштырылған линияһы — һөҙөмтәле хеҙмәт. Уның ярҙамында республика халҡы врачҡа яҙыла, өйгә медицина ярҙамы саҡыра, вакцинация өсөн көн һайлай ала.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

• Электрон медицина документтарын ҡайҙан табырға?

• «112 – Кисектергеһеҙ ярҙам» мобиль ҡушымтаһы

• Табипҡа алдан яҙылып та бармаған осраҡта был хаҡта нисек хәбәр итергә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: