Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Йәмғиәт
17 Августа 2023, 09:00

Етәкселәр халыҡ менән осраша

Хакимиәт көндәре дауам итә.

Етәкселәр халыҡ менән осрашаЕтәкселәр халыҡ менән осраша
Етәкселәр халыҡ менән осраша

Хакимиәт көндәре сиктәрендә мәғлүмәти-аналитик төркөм 30 авгусҡа тиклем ауыл биләмәләренә барып, халыҡ менән осраша. Барлығы 17 ауыл биләмәһендә бындай сара үткәреү ҡаралған.
Район хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары етәкләгән был төркөмгә төрлө учреждение етәкселәре һәм белгестәре ингән. Улар халыҡҡа райондың социаль-иҡтисади хәле, ирешелгән уңыштар һәм алға ҡуйылған бурыстар хаҡында мәғлүмәт еткерә. Бындай осрашыуҙар ваҡытында урындағы халыҡ та етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп, яуап ала.
Беренсе осрашыу Подлуб ауылында уҙҙы. Халыҡ юлдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу һурҙырғыс башняһы эше буйынса һорауҙарын бирҙе. Етәкселәр уларҙы контролгә алды.

 

Етәкселәр халыҡ менән осраша
Етәкселәр халыҡ менән осраша
Етәкселәр халыҡ менән осраша
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас