Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
22 Июль 2023, 06:00

Әсе алманан тәмле ҡаҡ

Әсе сортлы алманы ҡайһы бер хужабикәләр яратып етмәй. Ә унан телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләп була.      

Әсе алманан тәмле ҡаҡӘсе алманан тәмле ҡаҡ
Әсе алманан тәмле ҡаҡ

Алманы йыуып, ҡабығы менән орлоҡтарынан таҙартып, һыуҙа (1 кило алмаға 300 мл һыу) йомшарғансы бешерәләр. Һыуынмаҫ борон был массаны тимер иләк аша үткәрергә кәрәк. 

1,5 кг алма иҙмәһенә 1 кг иҫәбенән шәкәр һалып, яҡшылап бутарға ла, ут өҫтөнә ҡуйырға. Уны йыш ҡына ағас ҡалаҡ менән бутап торорға кәрәк. Ҡаҡ массаһының әҙерме-юҡмы икәнен белеү өсөн уны тәрилкәгә тамыҙып, һыуытыр кәрәк. Әҙер булһа ул желе ҡуйылығында буласаҡ.

Утты һүндерер алдынан массаға 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалып бутайҙар. Йылы килеш ҡаҡты тығыҙ туҡыма өҫтөнә йоҡа ғына итеп йәйеп һалалар һәм пергамент ҡағыҙ менән ҡаплайҙар. Һыуынып, бер аҙ кипкәс, ҡаҡты икегә бүлеп, береһенең өҫтөнә шәкәр һибәләр һәм икенсеһе менән ҡаплайҙар. Уны төрөп һалһаң, шәкәрҙе үҙенә һеңдерә - тәмлерәк тә, һутлыраҡ та булыр.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-18/se-almanan-t-mle-a-3345184
Әсе алманан тәмле ҡаҡ
Әсе алманан тәмле ҡаҡ
Автор:
Читайте нас