Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 11:20

Медиайыйын асылды

Башҡортостан журналистарының хеҙмәте юғары баһаланды

Медиайыйын асылды
Медиайыйын асылды

Бөгөн Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республиның киң мәғлүмәт сараларының " Медиайыйын" тип исемләнгән 3-сө медиафорумы уҙғарыла. Унда матбуғат баҫмаларынан, телевидение һәм радионан, мәғлүмәт агентлығынан, интернет медиаһынан вәкилдәр йыйылды.

Бөгөн форумда тикшереләсәк төп темаларҙың береһе - "Медианың киләсәге. Аҡыл өсөн көрәш".


Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сараны асып, был форумдың өсөнсө тапҡыр үткәрелеүен билдәләне. Бөгөнгө осрашыуҙа уҡыусыларыбыҙҙың, тыңлаусыларыбыҙҙың талаптары тураһында һөйләшеү буласағын әйтте.


Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бер төркөм журналистарҙы наградланы. Тиҙ һәм үҙгәрешле заманда йәшәүебеҙҙе билдәләп, төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алғанда, халыҡҡа уның дөрөҫлөгөн аңлатыуҙа беҙгә ҙур бурыс һалыныуын әйтте.

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев үҙенең сығышында иғтибарын һынылышлы осорҙа йәшәүебеҙгә йүнәлтте, ҡыҙыу нөктәләрҙә журналистика эше тураһында һөйләшәсәгебеҙ хаҡында әйтте.


Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының илебеҙҙең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булыуын билдәләүе лә республикабыҙ журналистары хеҙмәтенә ҙур баһа булды. Владимир Соловьевтың ҡулынан да наградалар алдылар. Улар араһында "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов та бар. Вәдүт Ғәйфулла улы Рәсәй Журналистар союзының Почет билдәһе менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! 


Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-06-06/mediayyyyn-asyldy-3289206
Медиайыйын асылды
Медиайыйын асылды
Автор:
Читайте нас: