Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2023, 16:37

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк

18 мартта Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында Ҡырым һәм Севастопольдең Рәсәй менән ҡушылыуы көнөнә арналған саралар үтә. Улар барыһы ла “Ҡырым яҙы” фестивале” тигән дөйөм исем менән берләштерелә. Етәкселек уларҙы асыҡ һауала ла – майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы ярминкәләрендә, шулай уҡ музейҙар, мәҙәниәт йорттары, концерт һәм күргәҙмә залдары биналарында ла ойоштора. Тулы исемлек менән таныштырабыҙ.

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
13-17 март
Өфөләге республиканың Хәрби Дан музейы “Ҡырым-1944” мәғлүмәт лекцияларын үткәрә. Лекторий барышында 1944 йылда Ҡырым ярымутрауын фашист ғәскәрҙәренән азат итеү һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән - Ҡыҙыл Армияның Ҡырым һөжүм итеү операцияһында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында һүҙ бара.

14-17 мартта
Өфөләге Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн “Беҙҙең яҡташтарыбыҙ – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүселәр” тип исемләнгән мәҙәни-ағартыу сараларын ойоштора. Ҡырым күгендә беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ осоусоларыбыҙ дошман менән алыша, улар араһында – Советтар Союзының ике тапҡыр Геройы Муса Гәрәйев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова ла бар. Ҡырымда артиллериясы Тажетдин Ғиләжетдинов (ул Башҡортостанда тыуып-үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының иң һуңғыһы булып 2012 йылдың авгусында вафат була), пулеметсылар взводы командиры Иван Бережной да дошман яуына ҡаршы алыша.

15 мартта
Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡортстан художество музейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән республиканың Милли симфоник оркестры артистары ҡатнашлығында “Ҡырым яҙы” вокаль һәм инструменталь музыка концерты үтте.

17 мартта
Өфөнөң М.В.Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында 8-нсе һанлы балалар музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусыларының фортепиано музыкаһы концерты була. Ул 17.00 сәғәттә башлана.

17 март-17 апрель
Республиканың Хәрби Дан музейында “Севастополь – рус даны ҡалаһы” тип исемләнгән электрон күргәҙмә ойошторола. Ул “Еңеү территорияһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә музейҙың https://rmbs-ufa.ru/ сайтында урын ала. Күргәҙмәнең төп бүлеге 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың 4 июленә тиклем дауам иткән Севастополде ҡаһармандарса обороналауға арнала.

18 мартта
Республикала йәшәүселәр “Ҡырым” нәфис фильмын ҡарай ала (2017 йылда төшөрөлгән,  фильмдың сюжеты булған хәлдәргә нигеҙләнгән, ул Рәсәй һәм Украина офицерҙарына бағышлана). Кино фонды субсидияһы сиктәрендә ул шәмбе көнө Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекама, Учалы, Яңауыл ҡалаларының, Акъяр, Асҡар, Бүздәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаево, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Кушнаренко, Мораҡ, Приютово, Раевка, Иҫке Балтас, Иҫке Собханғол, Стәрлебаш, Толбаҙы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языково ауылдарының яңыртылған кинозалдарында күрһәтелә.

Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының музыкаль ҡунаҡханаһында “Ҡырым яҙы” республика музей акцияһы ойошторола.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы килеүселәр өсөн “Башҡортостанда тыуып-үҫкәндәр: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар” тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләй. Шулай уҡ 1942 йылдың 8 апреленән 12 майына тиклем дауам иткән Ҡырым һөжүм итеү операцияһы ваҡиғалары, ярымутрауҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙары тураһында һәм башҡа экскурсиялар ойошторола.

Өфө “Нур” татар дәүләт театры фойеһында иртәнге 10 сәғәттән “Баҡсаһарай фонтаны” спектакленән, 12.00 сәғәттән “Юлда яҡтылыҡҡа эйә булып” театрлаштырылған тамашаһынан фотосюжеттар тупланған тематик күргәҙмәләр эшләй башлай. 14.00 сәғәттә тамашасылар “Нур” театры артистары башҡаруындағы Ҡырым һәм Кавказ халыҡтары йырҙары видеояҙмаларын карай ала.
 

19 март

Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы «Кырым һәм Рәсәй - бер яҙмыш!» әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана. Альберт Заһировтың фотоһы.

Автор: Айгөл НУРҒӘЛИЕВА

Фото: АЛБЕРТ ЗАҺИРОВ

Сығанаҡ: Республика Башҡортостан гәзите сайтынан

Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Башҡортостанда “Ҡырым яҙы” фестивале үтәсәк
Автор:
Читайте нас: