Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2023, 22:31

Мортаза Рәхимовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ

Был хаҡта төбәк етәксеһе хәбәр итте. Асыҡланыуынса, һәйкәл авторы - данлыҡлы скульптор...

Мортаза Рәхимовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мортаза Рәхимовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ

Бөгөн түбәндәге яңылыҡ мәғлүм булды: Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Уның авторы билдәле скульптор, генерал Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәлде эшләгән  Салауат Щербаков була, тип күҙаллана.

Был хаҡта Башҡортостана Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Республика етәксеһе Ратмир Мәүлиевҡа алдағы өс көндә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

"Тап Салауат Александрович Мортаза Ғөбәйҙулла улына буласаҡ һәйкәлде нисек күҙаллауын белеү мөһим. Был –  аныҡ ҡабул ителгән ҡарар", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Фото: “Башинформ”

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-16/mortaza-r-himov-a-f-l-yk-l-uyylasa-3107183
Мортаза Рәхимовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мортаза Рәхимовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ
Автор:
Читайте нас: