Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 09:23

Сертификаттар бирелә башлаясаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, ата-әсәләре һәм хәләл ефеттәре өсөн республикала 32 ярҙам төрө әҙерләнгән.

Сертификаттар бирелә башлаясаҡ
Сертификаттар бирелә башлаясаҡ

21 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ҡаралды.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, ата-әсәләре һәм хәләл ефеттәре өсөн 32 ярҙам йүнәлеше әҙерләнгән.

Балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Әйтәйек, 2022 йылдың 1 ноябренән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 2,5 мең самаһы балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Бынан тыш, ике мең самаһы 5-11-се класс уҡыусылары һәм колледждарҙың 500-ҙән ашыу студенты бушлай йылы аш менән тәьмин ителгән.

- Киләсәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреүҙең төп программалары буйынса уҡыуға сертификаттар тапшырырға планлаштырабыҙ, – тип билдәләне Лира Иғтисамова. – Балалар дәүләт һәм муниципаль өҫтәмә белем биреү ойошмаларына һәм мәктәп түңәрәктәренә түләүһеҙ йөрөй.

Мәктәп уҡыусылары һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Шулай уҡ ҡала яны маршруттары буйлап бушлай йөрөү мөмкинлеге өйрәнелә.

Социаль ярҙам күрһәтеү өлөшөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан социаль ярҙам тәғәйенләү тураһында 847 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 479-ы буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән дә инде. Шулай уҡ республикала йәшәгән ике меңдән ашыу кеше - тейешле медицина ярҙамы, ә 25 бала һәм дүрт хәрби шифахана-курорт дауаланыуына путевка алды.

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының барыһы ла ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәргә түләүҙән азат ителде, – тип өҫтәне Лира Иғтисамова. – Республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген билдәләү тураһында закон проекты әҙерләнгән.

Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы шарттары еңеләйтелә. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар аҡса туплау килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғансы бюджет премияһы менән бергә вкладтан аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Ә 2023 йылдан республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла башлай.

Башҡортостан Башлығы халыҡҡа күрелгән ярҙам сараларын аңлатыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ күп өҫтөнлөктәр һәм льготалар әҙерләнек, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың бер өлөшө хаҡында төбәктә беләләр ҙә инде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм яҡындарына уларҙы алыу үҙенсәлектәрен, тәртибен аңлатыу мөһим.

Фото: pnp.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-21/sertifikattar-birel-bashlayasa-3039861
Сертификаттар бирелә башлаясаҡ
Сертификаттар бирелә башлаясаҡ
Автор:
Читайте нас: