Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 12:54

"Һөт кухняһы" бушлай буласаҡ

Ярҙам саралары законлы никахта булған ғаиләләргә генә күрһәтелә.

"Һөт кухняһы" бушлай буласаҡ
"Һөт кухняһы" бушлай буласаҡ

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сараларына арналған брифинг булды.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ауырлы ҡатындарына, имеҙеүсе ҡатындарға һәм өс йәшкә тиклемге балаларына “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай бирергә хәл ителде. Мөнәсәбәттәрен законлаштырғандар ғына ошо льготанан файҙалана аласаҡ.

“Бушлай туҡланыу алыу өсөн хәрби комиссариаттан һәм медицина учреждениеларынан белешмә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ никах таныҡлығы, паспорт күсермәләре. Документтарҙы Башҡортостандағы фирма таратыу пункттарына (улар 150-гә яҡын) йәки Күп функциялы үҙәккә алып барырға мөмкин”, – тине “Һөт кухняһы”һы директоры Эльдар Сәйғәфәров.

Тағы бер ярҙам төрө мобилизацияланғандарҙың ҡатындарына ҡағыла.

Мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирҙең ҡатыны эшкә урынлашҡанда шәхси оҙатыуға иҫәп тота ала. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

– Әгәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының хәләл ефете эшкә урынлашыуға мохтаж, хатта уның эше бар, ләкин уны үҙгәртеү уйы килеп тыуһа ла – беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Эйе, бында әҙерәк ситкә китәбеҙ, әммә ошондай ҡарар ҡабул иттек, бөтә кәңәшмәләр үткәрелде – яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары өсөн бөтә мәшғүллек үҙәктәре асыҡ. Килеп, ҡыҙыҡлыраҡ эш табырға мөмкин, – тине Ленара Иванова.

Тик шуныһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам саралары законлы никахта булған ғаиләләргә генә күрһәтелә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова ошо хаҡта белдерҙе.

Ләкин был сикләү ата-әсәһе мөнәсәбәттәрен теркәмәгән балаларға ҡағылмай, тип асыҡлыҡ индерҙе Ленара Иванова.

Шулай уҡ уның опекундары булған ата-әсәләр, мобилизацияланғандың өләсәй-олатайҙары ярҙамға иҫәп тота ала. Улар өйҙә бушлай социаль хеҙмәтләндереү аласаҡ, шулай уҡ ведомствоның стационар учреждениеларында сираттан тыш хеҙмәтләндереүгә, атап әйткәндә, психоневрология интернаттарында булыу хоҡуғына эйә буласаҡ.

Дәүләт колледждарында уҡыу өсөн түләүгә сертификаттар – мобилизацияланған ғаиләләргә ярҙам сараларының береһе. Уның менән республика урта махсус уҡыу йорттарының 100 меңгә яҡын студенты файҙалана аласаҡ, тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Был коммерция нигеҙендә уҡығандарға ҡағыла. Сертификаттың аҡсалата күләме йыллыҡ уҡытыуҙы тулыһынса ҡаплай – республика буйынса уртаса 60 мең һум. Кәрәк булған осраҡта сертификат киләһе йылда ла биреләсәк.

Уҡыу түләнгән икән, ғаиләгә аҡса кире ҡайтарыла.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
"Һөт кухняһы" бушлай буласаҡ
"Һөт кухняһы" бушлай буласаҡ
Автор:
Читайте нас: