Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2022, 09:54

Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт

Урмияҙ ауылында йәшәүсе Илизә Әхмәтова илебеҙҙең ысын патриоттары булған өс ул үҫтергән.

Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт

Бөгөн Дамир улы махсус операция барған ерҙә, ә кесеһе Динар үҙ теләге менән военкаматҡа барып, повестка ала. Әлеге ваҡытта ул Ҡазанда башҡа ир-егеттәр менән әҙерлек үтә. Тағы ла бер улы Себерҙә эшләй, өс ул үҫтерә.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Ҡазанға барып урынлашҡан һалдаттарыбыҙҙың хәлен белергә барғанда Динар әсәһе йортона үткәрелгән газды тоташтырыуҙа ярҙам итеүен һорай. Динарҙың үтенесе тиҙ арала тормошҡа аша - Динис Рәдис улының, Урмияҙ ауыл Советының һәм М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ярҙамы менән Илизә апайҙың йортона зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыла.
- Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ниһайәт, йортомда йылы. Иң мөһиме, һалдаттарыбыҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, - тип рәхмәт еткереп, изге теләктәрен теләй илһөйәр улдар үҫтергән әсә.

Наилә Имаева.

 

 

Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Зәңгәр яғыулыҡ өсөн рәхмәт
Автор:
Читайте нас: