Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2022, 15:42

Республика көнөнә матур бүләк

Тулыраҡ: 

Республика көнөнә матур бүләк
Республика көнөнә матур бүләк

Республика көнө алдынан Ҡашҡа һәм күрше-тирә ауылдар халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе — Төй йылғаһы аша реконструкциянан һуң күптән көтөлгән күпер асылды.
2020 йылдың ноябрендә “Газгеология–Уфа” йәмғиәте подрядсы ойошмаһы күперҙе реконструкциялауҙы башлай. Юл хәрәкәте туҡталмаһын өсөн тәүҙә Әмир ауылы аша урау юлды ремонтлап, Биәүеш йылғаһы аша күпер төҙөй. Артабан төп объект — Төй йылғаһы аша күпер һалыу эшенә тотоналар.
Төҙөлөш эштәрендә “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы — Асҡын юл төҙөү-ремонтлау идаралығы һәм “Уралуниверсалстрой йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Юлсылар күпергә һәм уға ике яҡтан да инеү өлөшөнә асфальт йәйгәс, подрядсы ойошма юл билдәләрен һәм барьер ҡоймалар ҡуя.
Ҡашҡалар был шатлыҡлы көндө яҡынайтыу өсөн үҙҙәре лә тырышлыҡ һала: күпер территорияһын төҙөкләндерә, яр буйҙарында үләндәрҙе саба, сүп-сарҙы йыя.
Ниһайәт, күптән көтөлгән күпер асылды. Уның оҙонлоғо 108,3 метр, киңлеге алты метр. Ике яҡлап та тротуарҙар һалынған, барьер ҡоймалар ҡуйылған. Хәҙер Гөмбә, Яңы Сөйөш, Солтанбәк ауылдары халҡы Төй йылғаһы аша үҙҙәренә кәрәк саҡта ышаныслы сыға ала, ә Яңы Сөйөш заводы етештергән ваҡланған ташты тейәгән КамАЗдар һәм ҙур йөк машиналары урау юлдан йөрөмәйәсәк — яңы күпер барыһын да күтәрәсәк.
Күптән көтөлгән объектты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков, “Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Артем Шамхалов,  “Газгеология–Уфа” йәмғиәтенең техник директоры Левон Аракелян, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Анатолий Щербинин, “Уралуниверсалстрой" йәмғиәте директоры Винер Гәрәев, Асҡын юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Рафаил Әхмәҙиев килде.
Ауыл халҡы бындай күперҙе күптән көтөүҙәре тураһында һөйләп, республика, район етәкселегенә, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сара һуңында барлыҡ йыйылыусылар яңыртылған күперҙең мөмкинлеге менән танышты.

Наилә ИМАЕВА.

Республика көнөнә матур бүләк
Республика көнөнә матур бүләк
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: