Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2022, 12:00

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ

Уҡыу йылы алдынан, 1 – 31 августа, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы түләүле мәғариф хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” үткәрә.

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ
Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ

 – Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре мәғариф хеҙмәт­тәрен күрһәтеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк, кәрәк булғанда дәғүәләрҙе рәсмиләштереү бушлай атҡарыласаҡ, – тип белдерҙе республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Әйткәндәй, “Башҡортостан Республика­һында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы дәүләт программаһы ғәмәлдә булған осорҙа 60 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған.

– 2022 йылдың беренсе кварталында 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың 70 проценттан ашыуы “ҡыҙыу бәйләнеш” аша алынды. 100-ҙән ашыу дәғүә буйынса бушлай ярҙам күрһәтелде. Судҡа тиклем тәртиптә өс миллион һумдан ашыу зыян ҡаплатылды, – тине Алексей Гусев.

8 (347) 218-09-78 телефоны буйынса шылтыратып, бушлай кәңәш алырға мөмкин. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса һорауҙар 1 – 31 август көндәрендә 09:00 – 18:00 сәғәттә ҡабул ителә.

 

Айһылыу НИЗАМОВА

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-12/orau-ary-y-bul-a-shyltyraty-y-2907069

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ
Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ
Автор:
Читайте нас: