Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2022, 11:43

“Сәләм, “iВолга”! Күптән көткәйнек!”

Республиканан форумда 112 кеше ҡатнаша

“Сәләм, “iВолга”! Күптән көткәйнек!”
“Сәләм, “iВолга”! Күптән көткәйнек!”

21 июлдә Һамар өлкәһендәге легендар Мастрюково яланында “iВолга” йәштәр форумы башланғайны. Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ла тәүге көндән үк әүҙем ҡатнаша.

Әйткәндәй, төбәк йәштәре “iВолга”ға йыл һайын бара. Делегацияны һәм проекттарҙы форумға Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Йәштәр проект офисы командаһы әҙерләй. Быйыл форумға 112 кешелек делегация барҙы.

“Сәләм, “iВолга”, ниһайәт туранан-тура үткәрелгән форум! Күптән көткәйнек. Делегациябыҙ ҡаҙаныштарға әҙер. Күптәр беренсе тапҡыр ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, юбилей форумында инфраструктура ярайһы уҡ яҡшырған”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты республика делегацияһы етәксеһе Илнур Юлдыбаев.

Сатыр эргәһендә делегация үҙенең арт-объектын урынлаштырҙы. Ул ун дүрт ботаҡлы ағасты кәүҙәләндерә, уның башында  һарығош ултыра. Ағастың олоно – Рәсәй, ботаҡтары – Волга буйы федераль округының 14 төбәге.

Республикабыҙҙың проекттары милли үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Мәҫәлән, Линиза Солтанғужина форумға “Спортты –халыҡҡа” йәштәр спорт ярыштары фестивален үткәреү башланғысы менән килгән.

“Минең проектым йәштәрҙе башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырырға ярҙам итә. Фестиваль программаһында уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, этно-сәй табыны, команда ярыштары һәм концерт программаһы ҡаралған. Төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың милли мәҙәниәте менән таныштырыу өсөн мөхит булдырып, проектты үҫтерә алабыҙ”, – тигән фекер белдерҙе Линиза.

Ҡыҙ Башҡортостан делегацияһында форумда ҡатнашыусылар өсөн һабантуй байрамын әҙерләгән командаға инә. Форум ҡаласығындағылар был байрамда 26 июлдә ҡатнаша.

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-07-26/s-l-m-ivolga-k-pt-n-k-tk-ynek-2886126

 
“Сәләм, “iВолга”! Күптән көткәйнек!”
“Сәләм, “iВолга”! Күптән көткәйнек!”
Автор:
Читайте нас: