Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2022, 10:22

Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!

Башҡортостан Бөтә Рәсәй йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса пилот төбәктәр исемлегенә индерелгән. Ошо йәһәттән республикала "Йәшлек. Бизнес" программаһы эшләнгән.  

Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!
Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!

Кисә Нефтекамала йәш эшҡыуарҙар өсөн мастер-майнд ойошторолған. Ул нимә була, тиһегеҙме? Бер фекерле, бер йүнәлештә эшләүсе йәки шөғөлдәре оҡшаш бер төркөм кеше йыйылып, уртаҡ ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу, проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләһә, бына ошо була инде мастер-майнд. Нефтекаманың эшҡыуарлыҡ йүнәлешен һайлаусы йәштәре яңы программала ҡатнашыу буйынса фекер алышҡан. Әйткәндәй, "Росмолодежь. Бизнес" эшҡыуарҙар клубы ла бар. Унда инеү өсөн "Молодежь России" автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлергә генә кәрәк.

Алға, йәш бизнесмендар!

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан. 

Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!
Йәш эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!
Автор:Йәшлек гәзите
Читайте нас: