Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2022, 09:25

Төньяҡ флоттан килделәр

2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Иван Грен” карабы экипажы араһында шефлыҡ бәйләнеше тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған.  

Төньяҡ флоттан килделәр
Төньяҡ флоттан килделәр

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында Төньяҡ флоты командующийы урынбаҫары, контр-адмирал Игорь Курочкин етәкселегендәге делегацияны ҡаршыланылар.

Маҡтаулы ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һәм Хәрби Көстәр вәкилдәре ҡаршы алды. Бөгөн Өфөгә Төньяҡ флоттың “К-21” хоккей командаһы ла килде. Уларҙың барыһын да ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршыланылар.

“Йылы ҡабул итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Шәхсән үҙем башҡорт ерендә беренсе тапҡырмын. Өс көн эсендә беҙгә төбәк етәкселеге менән осрашырға, уҡыу йорттарында булырға, әрме сафына саҡырылырға тейешле йәштәр менән осрашырға кәрәк буласаҡ. Сер түгел, Төньяҡ флотта яҡташтарығыҙ хеҙмәт итә. Бик яҡшы хеҙмәт итәләр. Североморскиға Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә Башҡортостандан делегацияны саҡырырға хоҡуғым һәм теләгем бар, - тип белдергән Игорь Курочкин “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисына. – “К-21” хоккей командаһы бында дуҫтарса матч үткәрергә планлаштыра, бәлки, был йолаға әүерелер һәм яңы ҡаҙаныштар башланғысына нигеҙ һалыр”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Иван Грен” карабы экипажы араһында шефлыҡ бәйләнештәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Фото: Тәлғәт Хәмзин.

Автор:Айһылыу Низамова
Төньяҡ флоттан килделәр
Төньяҡ флоттан килделәр
Автор:
Читайте нас: