Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 12:47

Йортоғоҙға газ килдеме?

Республикала “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү йылдам тиҙлектә бара.

Йортоғоҙға газ килдеме?
Йортоғоҙға газ килдеме?

2022 йылдың аҙағына тиклем “зәңгәр яғыулыҡ” шәхси йорт биләмәһенә тиклем еткерелергә тейеш. Әле республикала газ тоташтырыу йылдам бара. Рәсәй Президентының проектында ҡатнашырға теләп, 20 мең кеше ғариза биргән. Йыл аҙағына тиклем 130 меңдән ашыу йорт биләмәһенә тиклем газ үткәрелергә тейеш. Газ үткән ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгәндәр ошо мөмкинлектән файҙалана ала.

 

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ

 

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү майҙан­сығында газға күсереү програм­маһы мәсьәләләре буйынса брифинг үтте. Унда “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте директоры Альберт Лоҡманов, Башҡортостандың тө­ҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ветерандарҙы һәм башҡа категорияға ҡараған граждандарҙы социаль яҡлау бүлеге начальнигы Наталья Козка, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Эльвира Абдуллина ҡатнашты. Брифингты Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Сарала Альберт Лоҡманов Башҡортостанда газ үткәреү буйынса ғәмәлгә ашырылған төп программалар менән таныштырҙы.

– Газға күсереү газ үткән ауыл һәм ҡасабаларҙа граждандарҙың ер биләмәләренә тиклем газ торбаларын бушлай һуҙыуҙы аңлата. Был программа буйынса төп эштәр 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Шулай уҡ газ үтмәгән ауылдарға газ һуҙыу программаһы ла бар, уға ярашлы республикала 2025 йылға тиклем 938 километр газ торбалары үткәреү һәм 164 ауылды газ селтәренә тоташтырыу планлаш­тырылған, – тип аңлатты Альберт Лоҡманов.

Республика халҡы был программалар менән яҡындан танышһын өсөн Башҡортостанда газ үткәреү (https://www.gazprommap.ru/bashkiriya/) һәм газға күсереү (https://connectgas.ru/gasification_program) картаһы булдырылған. Унда һәр ауылдың ниндәй программаға эләгеүе тураһында мәғлүмәт бар.

Белгестәр аңлатыуынса, йортҡа тиклем газ һуҙыу программаһында ҡатнашыу әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмай. Бының өсөн ойошма­ның пункттарына, Күп функциялы үҙәк бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә, газ үткәреү буйынса Берҙәм оператор сайтында, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, шулай уҡ шәхси кабинет аша (https://www.bashgaz.ru/) ғариза ҡалдырырға мөмкин. Документты тултырғанда ғариза биреүсенең йорт (йәки уның өлөшө) һәм ер хужаһы булыуы мөһим, газды коммерция маҡсатында файҙаланыу тыйыла.

Брифингта баҡса ширҡәттәренә газ һуҙыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау ҙа булды. Альберт Лоҡманов һүҙҙәренсә, дәүләттең бурысы – тәүҙә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән йорттарҙы һәм биләмәләрҙе газ менән тәьмин итеү, ә баҡса ширҡәттәре баҡса­сылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүгә йүнәлтелгән.

– Баҡса ширҡәте ауыл билә­мәһендә булһа, ул саҡта Ком­мерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте сигенә тиклем бушлай, ә эстәге айырым урамға, участкаға һәм йортҡа түләүле нигеҙҙә үткәрелә, – тип билдәләне ул.

 

Ғаризаларҙы әүҙемерәк тапшырығыҙ

 

Брифинг барышын халыҡ социаль селтәрҙән күҙәтеп барҙы һәм һорауҙар яҙып ебәреп торҙо. Мәҫәлән, Асҡын, Баймаҡ райондарынан: “Ауыл эргәһенән газ торбаһы үтһә, ауыл тәбиғи газға тоташыу программаһына инәме?” – тигән һорау булды.

– Магистраль газ үткәргес ауыл эргәһенән ике метр алыҫлыҡта булһа ла, әгәр ауылға тәбиғи яғыулыҡ үтмәгән булһа, ул газға тоташтырыу программаһына эләк­мәй. Был осраҡта газ үткәреү программаһы картаһына (https://www.gazprommap.ru/bashkiriya) ҡарап, ауыл йә ҡасабаның 2025 йылға тиклемге газ үткәреү буйынса төп программаға эләк­кәнме-юҡмы икәнлеге тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Уның буйынса тәүҙә магистраль газ үткәргестәр төҙөлә, ә һуңынан ауыл эсендә, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Шәхси ер биләмәһендә һәм йорт эсендә газ үткәреү эшен түләүгә сер­тификат төрөнә ярашлы күр­һәтелгән социаль ярҙам тураһында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы вәкиле аңлатма бирҙе.

– Газға тоташтырылмаған шәхси йорт хужалары бындай серти­фикаттарҙы алыу мөмкинлегенә эйә – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр. Сертификат юллауға ғариза һәм документтарҙы Республика ха­лыҡҡа халыҡты социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге бүлексәләрендә һәм Күп функциялы үҙәк офистарында тапшырырға мөмкин, – тине Наталья Козка.

Мәғлүм булыуынса, Башҡорт­останда газ үткәреүгә сертификаттар биреү программаһы буйынса халыҡҡа һиҙелерлек ярҙам күрһә­телгән – 5,5 мең ғаилә ошо хоҡуҡтан файҙаланған. Быйыл ошо программаны финанслауға тағы ла 50 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, газға күсереү программаһы – ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн көтөп алынған сара, һәм ул йылдар дауамында газға тоташтырыу мәлен көтөүҙе талап итмәй.

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәҡдиме буйынса “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡул­ланыу мөмкинлеге артты. Йорт­тарҙы газға күсереү программаһы 2022 йылдың аҙағына тиклем бара, шуға ла ауыл халҡы унда ҡатнашыр өсөн ғаризаларҙы әүҙем бирһен, тип саҡырабыҙ. Шул саҡта йорттарығыҙға “зәңгәр яғыулыҡ” йыл аҙағына тиклем үк килер, – тине депутат.

 

2022 йылдың аҙағына тиклем генә

 

Быға тиклем йортто газға тоташтыртыу өсөн ер биләмәһенә тиклемге эштәр өсөн дә түләргә кәрәк ине. Был бик ҡиммәткә төшкән уңайлыҡ булды, һәр кешенең ундай мөмкинлеге юҡ. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйы­лышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә, был эштәр бушлай башҡарылырға тейеш, тип белдерҙе. Әле беҙ ошо Мөрәжәғәтнамәнең ғәмәлгә ашырылыуын күрәбеҙ ҙә инде.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, әле республиканың барлыҡ райондарында ла йорттарға газ үткәреү йылдам бара, сөнки ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырыуға ваҡыт аҙ бирелгән – 2022 йылдың аҙағына тиклем генә. Мәҫәлән, 1 февралгә ҡарата Белорет районының Тирлән ауылында – 18,2 километр, Сосновка ауылында 8,7 километр оҙонлоғонда газ торбаһы һуҙыуға өлгәшкәндәр. Шулай уҡ ауыл һәм ҡасабаларҙа газға тоташтырыу программаһы буйынса 33 километр оҙонлоғонда газ торбалары һалынған. Шулай итеп, районда тағы ла 1,5 мең самаһы йортҡа газ индереү мөмкинлеге бар. Әле белореттарҙан 270-тән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә һәр өйгә тиклем газды бушлай үткәреү мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйғас, шул программаны көтә башланыҡ. Былтыр августа урындағы “Газсервис” ойошмаһына барғайныҡ, “әҙерәк көтөгөҙ” тип ҡайтарҙылар. Октябрҙә үҙҙәре ике төрҙәге бланктарҙы почта йәшнигендә ҡалдырып киткәндәр. Беҙ шунда уҡ талап ителгән документтарҙы тапшырҙыҡ. Быйыл ғинуарҙа килеп, проект эшләп киттеләр, дүрт көндән һуң йортҡа тиклем газ торбаларын һуҙып та ҡуйҙылар. Әле, ишетеүебеҙсә, беҙҙең Сосновка ауылында ошо программа буйынса йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” тоташтырылып, бер нисә хужа файҙалана ла башланы. Бик уңайлы программа, ул шул тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырылыр тип уйла­мағайныҡ та, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты Белорет районында йәшәгән Ирина Әбсәләмова. 

Ғөмүмән, былтыр Башҡорт­останда 1750 ауылда 14404 объектты газ селтәренә тоташтыр­ғандар. Дөйөм алғанда, төбәктә бөтәһе 340 километрҙан ашыу оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылған.

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡорт­остан Башлығы:
– Беҙҙә газ булмаған ауылдар һаны байтаҡ ҡына. Эш сәфәре барышында беҙгә халыҡ йорттарына газ то­таштырыуҙы һорап мөрәжә­ғәт итә. Алдағы өс-дүрт йылда уртаҡ көс менән газ үткәреүҙе 10 процентҡа арттырып, был һанды 94 процентҡа тиклем еткерә­сәкбеҙ. Газ шулай уҡ өҫтәмә эш урындары булды­расаҡ яңы предприятиеларҙы төҙөү өсөн дә кәрәк.

Рәмилә МУСИНА.

Фото:newsvo.ru

Йортоғоҙға газ килдеме?
Йортоғоҙға газ килдеме?
Йортоғоҙға газ килдеме?
Автор:Башҡортостан гәзите
Читайте нас: