Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2021, 12:50

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтыбыҙҙа: 

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.

Урыны менән ямғыр һәм епшек ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе мөмкин.

Һауа температураһы көндөҙ —  3-8 градус.

Шаршамбы яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын.

Төндә 1-6 градусҡаса һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшә. Көндөҙ һауа 4-9 градусҡа тиклем йылына.

Кесаҙна һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм юҡ. Ел төнбяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын.

Төндә 1-6 градусҡаса һалҡынайтып, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшә. Көндөҙ  — 4-9 градус йылы.

 

https://www.bashinform.ru/news/1650754-sinoptiki-bashkirii-rasskazali-o-pogode-v-blizhayshie-tri-dnya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:
Читайте нас: