Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
8 Октябрь 2021, 11:55

Асҡындар “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсында ҡатнаша

Асҡын районы хакимиәтендә ойоштороу комитетының ултырышы булды.  

Асҡындар  “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсында ҡатнаша
Асҡындар “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсында ҡатнаша

 

“Айыҡ ауыл - 2021” конкурсындағы үҙгәрештәр тураһында ойоштороу комитеты рәйесе Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева һөйләне.  Район ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәренән  торған комитет ағзалары конкурсты тағы ла яҡшыраҡ, үҙенсәлеклерәк, һөҙөмтәлерәк  һәм әүҙемерәк үткәреү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Конкурстың район этабы 1 октябрҙән  2022 йылдың 1 ғинуарына  тиклем барасаҡ. Ошо арала бәйгеселәргә, районыбыҙҙың 36 ауылы ҡатнаша, конкурс  талаптарына ярашлы башҡарылған эштәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Быйылғы конкурс тәртиптәренә килгәндә, ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Ул 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә. Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай ысулды Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған.

Былтырғы кеүек үк, конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:

“Эре тораҡ пункттар”;

“Ҙур тораҡ пункттар”;

“Уртаса тораҡ пункттар”;

“Бәләкәй тораҡ пункттар”.

Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды – 40 миллион һум.

Алты миллион һумлыҡ иң ҙур приз “Эре тораҡ пункт” номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.

Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Тәүге этапҡа һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.

Үткән йылдарҙағы кеүек, конкурс барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Сара тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт, документтар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.

Эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү, мәғлүмәтте күберәк таратыу маҡсатынан сығып, конкурс хаҡындағы барлыҡ материалдарға #Трезвоесело2021, #Айыҡауыл2021 хештегтарын ҡуйыу тәҡдим ителә. Аҙаҡ тап ошо билдәләр ярҙамында иң әүҙем мәғлүмәт таратыусылар билдәләнәсәк.

“Айыҡ ауыл -2021” район конкурсы бәйгеселәренә уңыштар теләйбеҙ!

 

Наилә Имаева.

 

 

Читайте нас: