“Океан” бассейны бинаһында бер бүлмә бирелеп, ул балаларға уңайлы итеп йыһазландырылды. Күптән түгел сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар өсөн “Ҡояш нуры” социаль адаптация һәм реабилитация үҙәге рәсми рәүештә асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һәм уның урынбаҫарҙары, район хакимиәте вәкилдәре, мөмкинлектәре сикле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Ҡыҙыл таҫманы балалар үҙҙәре киҫте.
— Был сара беҙҙең өсөн бик мөһим. Районда һәр көн ярҙамға мохтаж балалар, уларҙың ата-әсәләре йәшәй. Елена Викторовнаның ошондай ҙур эште башлап, уны башҡарып сығыуына ҙур рәхмәт. Мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ, ярҙам итербеҙ, — тине үҙ сығышында Рушан Ҡәҙим улы һәм үҙәккә ноутбук бүләк итте.
Елена Шумских был көндө үҙәктең тыуған көнө тип иҫтә ҡалдырырға саҡырҙы. Иғәнәсе ярҙамы күрһәткән район хакимиәтенә, “Ихлас”, “Нур”, “Тәмле” магазиндары хужаларына рәхмәттәрен еткерҙе. Район хакимиәте тарафынан бирелгән матди ярҙамға иҙәнгә өҫлөк, балалар өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алынған. Логопед, Елена Викторовнаның уң ҡулы Лариса Нурмөхәмәтова бүлмәләр һәм йыһаздар менән таныштырҙы.
Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Айгөл Мөслимова ла районда бындай үҙәктең асылыуы айырыуса шатлыҡлы ваҡиға булыуын белдерҙе һәм кәрәк-яраҡ алырға сертификаттар бүләк итте. Ата-әсәләр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен Ләлә Әсхәҙуллина еткерҙе.
Өлкәндәр һөйләшкән арала балалар бүлмәлә ҡуйылған уйынсыҡтар, уҡыу әсбаптары янынан китмәне. Ҡайһы берҙәре өҫтәлгә ҡуйылған ҡәләмдәр менән һүрәт төшөрҙө. Ситтән күҙәткән кеше бирелә балаларға уңайлы, рәхәт, тыныс булыуын аңлап торғандыр. Тимәк, был эш дөрөҫ, үҙәктең эше уңышлы буласаҡ. Улар изгелек ҡыла. Булдыра алған һәр кем бер аҙ ярҙам да итһә, тағы ла яҡшы булыр ине. Тормош бер-беребеҙгә мәрхәмәтле булғанда ғына матур.
Автор: Винера Арысланова.