— Заман алға киткән һайын уҡытыусы өсөн дә талаптар арта, шуға күрә һәр саҡ камиллашырға, яңы технологияларҙы өйрәнергә тура килә. Уҡыусыларымды үҙем кеүек башҡорт телен яратырға өйрәтеү минең өсөн беренсе урында ҡала, — ти Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы.
Бының өсөн ул күп уҡый, үҙ өҫтөндә эшләүҙе һис туҡтатмай, тел нескәлектәре, әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе, матурлығы тураһында уҡыусыларына аңлатыр өсөн яңы алымдар эҙләй. Һөҙөмтәләре лә бар: уҡыусылары район олимпиадаларында призер, еңеүсе була. Төрлө конкурстарҙа бик теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Толбазы гимназияһында Рәшит Назаровҡа арналған республика конкурсында ҡатнашып, уҡыусыһы призер була.
Бәйгеләрҙә еңеүҙәрҙе һанап сығыу еңел, ә бының өсөн күпме тырышлыҡ кәрәген бары тик уҡытыусы үҙе белә. Өҫтәүенә, тел дәрестәрен еңел фәндәр рәтенә индерергә өйрәнгәндәр. Бының менән һис килешеп булмай. Телде аңлау, аралашыу бер булһа, уның грамматикаһы бөтөнләй башҡаса. “Дөрөҫ итеп диктант яҙыу өсөн грамматиканы, ҡағиҙәләрҙе белеү өҫтөнә, уны тойомлау ҙа кәрәк”, — тигәйне бер уҡытыусы. Ана шул тойомлау булмаһа, уҡытыусыға айырыуса ауырға тура килә.
Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы уҡыусылары менән тигеҙ ҡарашта булып, әңгәмә ҡоролған дәрестәрҙе хуп күрә. Уҡыусылары менән әҫәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡыу, яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлдарын өйрәнгәндә лә ҡысҡырып һөйләү алымдарын йыш ҡуллана.
— Ҡысҡырып уҡығанда бала телде ишетеп иҫендә ҡалдыра. Башҡорт теленең йомшаҡлығын, матурлығын ул биремдәрҙе яҙма рәүештә генә үтәп ныҡлап аңламаясаҡ. Автоматик рәүештә ҡағиҙә ятлатып ҡына, тел нескәлектәренә һис өйрәнеп булмай. Әҫәрҙе ишетергә кәрәк. Башҡорт теле — бик матур, наҙлы тел. Шуны уҡыусыларыма аңлатырға тырышам, — ти ижади эшләүсе уҡытыусы.
Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы тәүҙә математика уҡытыусыһы белгеслеген үҙләштерә. Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуа ул. Тыуған ауылы мәктәбендә 10 класс тамамлай. Уҡыу осоронда айырыуса математика дәресен ярата.
Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Тормош иптәше Айрат Фәдис улын да ошонда, студент йылдарында осрата. Мәҡсүтовтар ҡыҙ һәм ул үҫтереп, оло тормош юлына сығара.
Тормош иптәшенең тыуған ауылы Ҡолай мәктәбендә 2011 йылға тиклем математика дәрестәрен уҡыта Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы. Әммә оптимизация еле был ауыл мәктәбенең дә ишеген яба: геройым эшһеҙ ҡала. Төшөнкөлөккә бирелмәй, тип әйтеүе генә еңел, ул ваҡытта йөрәгендә ниндәй борсолоуҙар ятҡанын да, башында нисәмә-нисә уй булғанын ул үҙе генә беләлер. Тик ул өйҙә эшһеҙ ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Борай май-сыр заводына эшкә килә.
— 2017 йылда яңынан уҡыусылар менән Ҡайынлыҡ мәктәбендә осраштым. Унда инде башҡорт теле дәрестәрендә. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы бүлегендә өҫтәмә белем алдым. Яратҡан хеҙмәтемде дауам итеүгә бар күңелем менән шатланып, эшкә сумдым. Нәфис әҙәбиәт тупланым, методик пособиелар алдырҙым, көн-төн тел уҡытыусыһы булырға әҙерләндем. Үкенмәйем, эшемде бик яратам, шуға һөҙөмтәләре лә бар. Ә һөҙөмтә булған һайын, тағы ла дәртләнеберәк эшләге килә. Башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, район күләмендә еңеүгә ирештем, Өфөлә уҙған республика бәйгеһендә лә һөнәри оҫталығымды һынаным, — ти Зөлфиә Мәҡсүтова.
Уҡытыуҙан тыш, Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә, бәйләм бәйләргә ярата. Ҡатын-ҡыҙ өйҙә матурлыҡ тыуҙырырға, уны тышынан да эсенән дә зауыҡлы итергә тейеш, ти ул. Ғаиләһе менән бергә концерттарға йөрөргә, Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата.
— Кешегә йәшәү бер генә тапҡыр бирелә. Ғүмерҙең ҡәҙерен белергә, мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылырға кәрәк. Уҡыусыларымда шул яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылыуҙы тәрбиәләй алам икән, тимәк, мин маҡсатыма ирешәм. Әҙәбиәт, тел дәрестәре – үҙе үк тәрбиә сығанағы, яҡшылыҡ өләшеү ул, — ти уҡытыусы исемен ғорур йөрөтөүсе Зөлфиә Мәҡсүтова.
Венера Арысланова.
Борай районы.