Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Рухлы йәштәр “Танып”ҡа йыйылды

 Асҡын  районында «Рух майҙаны» сараһы   ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып бара.  Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының V съезында "Беҙ  үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу мөһим, шуға күрә лә беҙ ата-бабаларбыҙ беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған телде, ерҙе һаҡларға тейешбеҙ," - тине Радий Фәрит улы.  Был юҫыҡта, ысынлап та, эштәр атҡарылып килә. Бөгөн, мәҫәлән,  Асҡын районында  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылы сиктәрендә «Рух майҙаны» күсмә комплекслы сараһы үтте. Ошо уңайҙан  “Танып” шифаханаһына республикабыҙҙың  Асҡын,  Балтас, Борай, Тәтешле, Мишкә, Ҡариҙел, Благовещен райондары һәм  Пермь крайынан рухлы йәштәр йыйылды. Сара сиктәрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы квиз уйыны үткәрҙе. Уйын өс раундтан торҙо, унда ете кешенән торған 8 команда ҡатнашты һәм ул башҡорт мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә,  халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә арналды.

Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа йыйылды


Һөҙөмтәләр буйынса, 3-сө урынға – Борай районы, 2-се урынға  Пермь крайы, 1-се урынға Благовещен районы командаһы лайыҡ булды. Благовещен командаһы  Өфөлә үтәсәк финал уйынына саҡырылды.

Фекер

Ирек Ҡәҙимов, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

Бөгөнгө сара республикабыҙҙа   илһөйәр, телһөйәр, рухлы йәштәр күп булыуын иҫбатланы.   Ҡоролтай тарафынан йәштәргә  иғтибар  бүленеүе  ҙур ҡыуаныс. Уларҙың идеяларын, башланғыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән   программалар  һәм дәүләт ярҙамы булыуы  — икеләтә ҡыуаныс.   Был, үҙ сиратында,  башҡорт телен киләсәк быуынға еткереүҙә, уны популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ .

 Стратегик сессия барышында көнүҙәк мәсьәләләр  –  эшҡыуарлыҡты, спортты үҫтереү, мәҙәниәт һәм мәғрифәт өлкәһендәге проблемалар ҡаралды һәм уларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Сара бүләкләү тантанаһы һәм байрам концерты менән тамамланды.
Башҡортса квиз  уйыны Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала  Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар фонды булдырылды. Ул беҙҙең кесе Ватаныбыҙҙа социаль әһәмиәткә эйә проекттарҙы, башланғыстарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ярҙам итә. 2020–2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрҙе, 745 әһәмиәтле башланғысҡа ярҙам ҡылды. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итеп, уның 852,5 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, ә 364,86 миллионы – Президент фондынан алынған ярҙам.

"Беҙҙә гранттар системаһы яҡшы ҡоролған. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумлыҡ тиерлек ярҙам алды. Коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әңһем ҡатнаша", – тигәйне республика етәксеһе.

Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – инновация һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү аша йәмғиәт үҫешен көсәйтеү. Башҡортостан бирелгән гранттар буйынса алдынғы урындарҙы биләй. 2021 йылдан башлап Фонд төбәктәрҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам алыуға йүнәлтелгән РФ Президенты гранттары конкурсында ла әүҙем ҡатнаша.

Быйыл йәй башында республика етәксеһе беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш белгестәргә лә грант тапшырҙы,уның күләме – 500 мең һум. Башҡортостан – тотош илдә бындай ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк.

Фонд эшмәкәрлеге гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә, кешеләрҙең әүҙемлеген арттырыуға, бизнестың социаль яуаплылығын көсәйтеүгә лә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, 2024 йылда матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған, тағы ла социаль әһәмиәтле, дәүләт телдәрен һаҡлау, кинематографияға ярҙам итеүгә арналған конкурстар үткәрелә. Бынан тыш, Фонд консультациялар бирә,проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам итә, был иһә уларҙы уңышлы атҡарып сығыр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Наилә Имаева.

Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа  йыйылды
Рухлы йәштәр “Танып”ҡа йыйылды
Читайте нас: