Бөтә яңылыҡтар

Уңыш тырыштарға йылмая

Һәләтле ҡыҙ ҙур сарала ҡатнашты

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая

Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы урта мәктәбе уҡыусыһы Ралия Ғәйнетдинова уҡыусыларҙың Рәсәй Федерацияһы дәүләт һәм төбәк символдарын һәм атрибуттарын белеүгә арналған Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.

Үткән йыл аҙағында илебеҙ баш ҡалаһында Мәскәү ҡала педагогия университеты базаһында өҫтәмә белем биреү системаһында тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендә ике ҙур сара — уҡыусыларҙың Рәсәй Федерацияһы дәүләт һәм төбәк символдарын, атрибуттарын белеүгә арналған конкурс һәм крайҙы өйрәнеү берекмәләре фестивале уҙҙы.
Конкурста Рәсәйҙең 21 субъектынан уҡыусылар ҡатнашты. Өфө, Октябрьский, Белорет ҡалаларынан, Мәсетле, Мишкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарынан егеттәр һәм ҡыҙҙар республика данын мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы яҡланы. Беҙҙең райондан Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы урта мәктәбе уҡыусыһы Ралия Ғәйнетдинова ҡатнашты. Ул Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында беренсе урын яулап (етәксеһе Р.Н. Аллаярова), федераль кимәлгә үтте. Конкурсанттар ҙа, уларҙың етәкселәре лә онлайн форматта оҙаҡ аралашҡандан һуң осрашыуға теләп килде. “Әҙәби ижад” номинацияһында “Быуындар бәйләнеше” проектын уңышлы яҡлаған Ралия Ғәйнетдиноваға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Республикабыҙҙан ҡатнашҡан уҡыусыларҙың презентация эштәре ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан ыңғай баһаланды. Рәсәйҙең төрлө мөйөшөнән килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бер рәттән Ралия төрлө ижади викториналарҙа, уйындарҙа ҡатнашты, квестар үтте һәм бүләктәр отто, экскурсияларҙа ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышты. Шулай уҡ ул Карелиянан, Екатеринбургтан, Әстерхан, Белгород, Мәскәү өлкәләренән, Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балалар менән танышты.
Дүрт көн дә сараларға бай, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Уҡыусылар Мәскәү ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарының матурлығын күрҙе, тарихын өйрәнде, ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышты. Уларҙың күҙ алдына илдең төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары, әлеге замандағы көслө Рәсәй баҫты.
Беҙ, ауылдаштары, Ралия Ғәйнетдинованың уңыштарына сикһеҙ шатланабыҙ! Бәләкәй генә Ҡалмаҙан ауылында ошондай һәләтле, илһөйәр, телһөйәр балалар булыуы — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!

Резеда Шәрифйәнова.

Мишкә районы.

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Автор:
Читайте нас: