Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
8 Апрель 2023, 09:00

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!

20 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн форматта үткәрелә. Был хаҡта «Башинформ»ға акцияны ойоштороусылар хәбәр итте.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!

Акцияла офлайн режимында ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм «Арт-Квадрат» киңлегендә диктант яҙыу ойошторола.

20 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр өсөн;

— 12-се яртынан 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

— 1-се 5 минуттан 1-се яртыға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн.

Һәр кем диктантты өйҙә үҙ аллы яҙырға мөмкин. Яҙып бөткәс, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, 2023 йылдың 23 апреленә ҡәҙәр [email protected] электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа ебәрергә кәрәк.

Әгәр онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаһа, тура эфир видеоһын рәсми сайтта 23 апрелгә тиклем ҡарарға була.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
https://yanshishma.com/articles/i-tibar/2023-04-05/bash-ort-telen-n-diktant-ya-aby-3206327
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ!
Автор:
Читайте нас: