Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2023, 09:33

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

Бөгөн, 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләгән күпер. Бик тапҡыр башҡорт халыҡ мәҡәле лә: “Теле барҙың – иле бар”, - тип иҫкәртә. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәйеше лә тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Был байрамдың тарихына килгәндә, Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан иткән. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар алты меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
Шуға ла был байрамдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Туған телебеҙҙә һөйләшәйек, телебеҙҙе яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ, ҡәҙерле дуҫтар!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө

https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457321665%2Falbum-109622739_00%2Frev

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!
Автор:
Читайте нас: