Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2023, 14:30

Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө

“Теле барҙың – иле бар” тип бик дөрөҫ әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуындарға еткереү бурысы ата-әсәләр һәм уҡытыусылар  иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Асҡын 1-се урта мәктәбендә лә бай йөкмәткеле саралар үтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡыусыларға туған телдең матурлығы, әһәмиәте тураһында  һөйләп, фәһемле дәрестәр үткәрҙе, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар менән таныштырып, әҙәбиәткә һөйөү уятты. Балалар дәрестәрҙә үҙҙәре лә шиғырҙар яҙып ҡараны. “Теле барҙың — иле бар” әҙәби-музыкаль композицияһында малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәтте.

Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Бөгөн һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: